Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Ҡыштың хозур тәбиғәтле салт аяҙ иртәһе.

12.01.2018, 12:44

    Ҡыштың хозур тәбиғәтле салт аяҙ иртәһе. Тирә-яҡ ап-аҡ, күҙҙәр ҡамаша. Ҡыш үҙенең сафлығы менән күңелгә яҡын, үҙенсә матур. Быны айырыуса урманда тойорға мөмкин. Ә ҡырҙар, яҙ еткәнсе ап-аҡ юрғандарына төрөнөп, тыныс ҡына тәрән йоҡоға тала. Унда ап-аҡ ҡарҙан башҡа бер ни ҙә күреп булмай. Ап-аҡ ҡышҡы урманда сихри тынлыҡ. Ошо тынлыҡты боҙоп 12 ғинуар Йәнтеш мәҙәниәт хеҙмәткәре уҡыусылар менән бергә ҡышҡы урманға походҡа сыҡтыҡ. Ҡар өҫтөндә усаҡ яғып, ҡуҙына картуф күмеп,т әмле мәтрүшкәле сәйҙәр эсеп, уйындар уйнаныҡ. Ҡоштарға тағараҡтар элеп, күстәнәстәр һалып ҡайтырға сыҡтыҡ.

   

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 103 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0