Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Тормош йәме - гүзәл ҡатын-ҡыҙ

09.03.2016, 07:12

Тормош йәме - гүзәл ҡатын-ҡыҙ

Яҙ - ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ яна.

Һеҙ тормоштоң гүзәл сәскәләре,

Был донъяның таймаҫ терәге.

Ал таңдары, аяҙ күге ерҙең,

Бөтә кешелектең йөрәге.

6 март көнө Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Тормош йәме - гүзәл ҡатын-ҡыҙ" исемле бай йөкмәткеле концерт булды. Концерт алдынан залда ултырыусы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы Антингән ауыл биләмәһе башлығы Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы Сурина байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ ауыл старостаһы Урал ағай Торомтаевта ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне.

Ҡотлауҙарҙан һуң тамашасылар ир-егеттәр тарафынан әҙерләнгән матур байрам концертын ҡарап ҡыуандылар. Бигерәктә Сәғит Моталовтың, Рацил Байдавлетов һәм Ғәлимйән Ультраковтың моңло йырҙарын тамашасылар яратып тыңланылар. Шулай уҡ Урал Торомтаевтың һәм Азат Искужиндың матур йырҙары концертҡа йәм өҫтәне. Егеттәрҙең һәр-бер сығышын тамашасылар алҡышлап, дәртләндереп ултырҙылар. Ә инде дәрле йырға ҡушып залда ултырыусы барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ир-егеттәр сәскәләр бүләк иттеләр. Концерт тамашасылырға бик оҡшаны. Концерт һуңынан матур бейеү көйҙәренә рәхәтләнеп бейеп күңел астылар.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 547 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0