Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Серле китап донъяһында

14.04.2016, 09:02

Серле китап донъяһында

Халыҡ - ара балалар китабы көнөнә ҡарата Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда китапхана хеҙмәткәре менән берлектә уҡыусылар өсөн "Серле китап донъяһында" исемле мауыҡтырғыс сара булып үтте.

Был көндө Мәҙәниәт йортона китап һөйөүселәр, ғөмүмән китапҡа битараф булмаған балалар йыйылды. Лена Фуат ҡыҙы "Хәҙерге заманда китап тотоп уҡыған балалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шул тиклем матур китаптар күп алығыҙ, уҡығыҙ", -тип сараны асып ебәрҙе.

Китапхана мөдире Гөлнур апай Моталова уҡыусыларҙы яңы китаптар менән таныштырҙы. Ә инде балалар үҙ сиратында, үҙҙәренең яратып уҡыған китаптарын һанап үттеләр, һәм ҡыҫҡаса ғына һөйләп ишеттерҙеләр. Шулай уҡ яттан шиғыр һөйләнеләр, үҙҙәренең ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙеләр. Китап тураһында мәҡәлдәр, әйтемдәр әйтеп ярыштылар.

"Китап - белем шишмәһе" - тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Балалар был көндө матур - матур яңы китаптар менән таныштылар. Китап уҡыған кешенең белемле, аҡыллы булыуын , күберек китап уҡырға кәрәклеген әйтеп үттеләр. Уҡыусыларға был сара бик оҡшаны. Улар китапханаға йышыраҡ йөрөргә, үҙҙәре менән бергә дуҫтарында алып килергә һөйләшеп таралыштылар.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 819 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0