Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!

04.05.2016, 07:26
Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!


1 май көнө балаларҙың шарҙар тотоп дәртләнеп Мәҙәниәт йортона йыйылыуҙары матур традицияға әүерелде. Бына инде нисәнсе йыл урамдан йырлап үтеүҙәре, тауға менеп шарҙар осороуҙары ауылға йәм өҫтәй. 1-се Май байрамы балалар күңеленә төрлө төҫтәге шарҙар, күңелле уйындар булып һаҡланып ҡалыуы бик ҡыуаныслы. ,,Һәр ваҡыт булһын тыныслыҡ!” тип исемләнгән байрам сараһы быйыл да бик күңелле үтте. Байрамдың беренсе өлөшөндә Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Лена Фуат ҡыҙы уҡыусыларҙы байрам менән ҡотлап матур теләктәрен етткерҙе. Балалар замана көйөнә рәхәтләнеп бейеп, төрлө уйындарҙа ихлас ҡатнаштылар. Ә инде байрам сараһының иң мауыҡтырғыс, күңелле мәле Тәкәл тауына менеп шарҙар осороу булды. Балалар “Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ, күгебеҙ булһын һәр саҡ аяҙ” - тигән изге теләктә шарҙарын һауаға осорҙолар. Байрам барыһына ла бик оҡшаны. 30 апрель, 1-се май кискеһен Мәҙәниәт йортонда йәштәр һәм ауыл халҡы өсөн “Күңелле ял итәйек” исемле дискотека ойошторолдо. Дискотекала Аҡнаҙар, Антингән, Үрнәк ауылдарынан йәштәр ҡатнашты.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 509 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0