Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Онотмағыҙ беҙҙе, туғандар

09.05.2015, 13:02
Онотмағыҙ беҙҙе, туғандар
9 майҙа Йәнтеш ауылы халҡы ,,Онотмағыҙ беҙҙе, туғандар” исемле Ҡор-Ҡорбан байрамына йыйылды. Был сараның әһәмиәте мәрхүм ветерандарыбыз, тыл эщсәндәре рухына ҡорбан салыуҙан ғибәрәт ине. Иртәнсәктән ауыл өҫтөндә көмөш моңло Ҡөръән тауышы таралды. Ҡорбан салынып, ауылдың иман хатибы Радик Арҫланов тарафынан доға ҡылынды, саҙаҡа таратылды. Ауыл халҡы һәм килгән ҡунаҡтар, уҡыусылар уҙҙәренең ҡартатай - олатайҙарының фотоһүрәттәрен ҡулдарына тотоп, ,,Үлемһеҙ полк” парады менән Йәнтеш урамдарынан атланы. Митингынан һуң һәйкәлгә веноктар һалынды. Мәҙәниәт йортонда ҙур байрам концертын тамашасылар оло ихласлыҡ менән ҡараны. Артабан урамда ҡаҙанда Ҡорбан ашы бешкән ине, һәр кем тәмле аштан ауыҙ итеп, мул ризыҡлы табында сәй менән һыйланды. Ҙур тулҡынланыу менән көтөп алған сарабыҙ юғары кимәлдә үтте – бөтәһе лә ҡәнәғәт ҡалды.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 626 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0