Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Хуш киләһҽң, Яңы йыл!

31.12.2018, 12:11

Яңы йылым — яңы йырым, 
Яңы йылда яңы ҡарҙар яуа, 
Яңы йылда яңы йыр тыуа, 
Киләсәктән бәхҽт, шатлыҡ көтөп, 
Күңҽлдәрҙә өмөт ярала. 
Яңы йылым килә, 
Ҡар йондоҙҙар яуа, 
Ер ябына ап-аҡ юрғанын, 
Тыуған ҽргә һәм бар донъяға 
Тыныслыҡ һәм бәхҽт юраным. 
Яңы йылды көткән һәр йөрәктә 
Ҡабул булһын изгҽ өмөттәр. 
Һөйөү тулы йәш йөрәктәрҙҽ 
Ҡауыштырһын изгҽ сәғәттәр! 
һуға һуңғы минуттарҙы, 
Тулҡынлана бҽҙҙҽң күңҽлдәр. 
Тик тыныслыҡ алып килһҽн ҽргә, 
Ҡар йондоҙҙар яуһын күгҽндә. 
Хуш киләһҽң, Яңы йыл!

Яңы йыл – һәр саҡ ниндәйҙер мөғжизә, теләктәрҙең тормошҡа ашыуын көтөү, бала саҡтан иң яратҡан байрамдарҙың береһе. 2019 йыл һары Ер ҡабаны йылы буласаҡ.Һәр кемдең көтөп алған байрамдарының береһе - Яңы йыл яҡынлаша. Ҡала урамдары сағыу уйынсаҡтар, шәмдәр менән биҙәлгән.Кешеләрҙең йөҙҙәрендә лә шатлыҡ тойғоһо. Барыһы ла мөғжизәгә ышанып, Яңы йыл байрамын көтә.

Эйе 31 декабрь Йәнтеш мәҙәниәт йортонда ауылдаштар өсөн Яңы йыл байрамы үтте. Байрамды асҡас Атингән ауылы хакимиәте башлығы урынбаҫары М.Ә.Сынбулатова Яңы йыл менән ҡотлап үтте.

Артабан күңелле байрам дауам итте.Төрлө уйындар уйнап, йырлап-бейеп, 30 лап маска ҡатнашты Яңы йыл кисәһе барыһына ла оҡшаны, рәхмәттәр әйтеп, теләктәр әйтешеп таралышты халыҡ Йыл имен килһен!

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 17 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0