Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Хэллоуин байрамы

02.11.2015, 11:43

Хэллоуин боронғо кельт байрамы, электән 31-се октябрҙә үткәрелгән. Был көндән ҡыш етә тип һанағандар. Йәнтеш мәҙәниәт йортонда, 31-се октябрь көнө уҡыусылар өсөн Хэллоуин байрамы үткәрелде. Әлеге кисә беҙҙең илдә бик популяр булмаһа ла, уҡыусылар был байрамда бик ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Кисәлә "Хэллоуин" һәм "Ендәр" командаһы үҙ-ара көс һанаштылар.

Уҡыусыларҙан баһалама ағзалары һайланылды. Ике команда бер-береһен бик күңелле итеп сәләмләп алдылар. Улар һәр уйында сәмләнеп яраштылар. Бигерәктә "Шалҡан" һәм "Йомро икмәк" әкиәтен бик ҡыҙыҡлы итеп сәхнәләштерҙеләр.

Ә инде һүрәт эшләү буйынса ике команда ла үҙҙәрен оҫта һүрәт төшөрөүселәр икәнен күрһәтте. Байрам уйын һәм дәртле бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Кисә аҙағында баһалама ағзалары һәр команданың балын ҡарап сыҡҡандан һуң 2-се урынды "Хэллоуиндар", ә 1-се урынды "Ендәр" командаһы яуланы. Байрамда ҡатнашҡан бөтә уҡыусылар ҙа тәмле күстәнәстәр алып ҡыуандылар. Кисә барыһынала бик оҡшаны.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 541 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0