Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Хәтер - Мәңгелек.

11.05.2016, 14:21

Хәтер - Мәңгелек. Еңеү көнө - иң оло, иң изге байрам. Атай - олатайҙарҙың фашист илбаҫарҙарын еңеүенең 71 йыллығын ҡаршыланыҡ.

Иртә менән Йәнтеш Мәҙәниәт йортона ауыл халҡы ағыла башланы. Тантана парад менән башланып китте. Тигеҙ сафтарҙа үткән ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡулдарына шарҙар, сәскәләр, ҡартатайҙарының фотоларын тотоп ғорур атланы. "Үлемһеҙ полк" рәтенә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел ине. Илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән яугирҙәр арабыҙҙа булмаһалар ҙа, улар беҙҙең өсөн мәңге тере.

Артабан митинг ҡаһармандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында дауам итте. Бер минут тынлыҡ менән яу яланында башын һалған батырҙар иҫкә алынды.

Атингән Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сурина Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы байрам менән ҡотлап - Еңеү көнө ул беҙҙең иң ҙур байрамыбыҙ. Уны халҡыбыҙ ҙур хаҡ түләп - миллиондарса ҡорбандар, юғалтыуҙар, күҙ йәштәре аша яулап алған. Бөгөн беҙ һуғышта еңгән ҡаһарман халҡыбыҙға дан йырлайбыҙ. Яу яландарында баштарын һалғандарҙы яҡты хәтирәләр менән иҫкә алабыҙ. Донъялар тыныс, илебеҙ күге һәр саҡ аяҙ булһын - тине.

Шулай уҡ ауыл старостаһы Урал ағай Торомтаев, ағинәйҙәр клубы етәксеһе Фәниә апай Арсланова, тарих уҡытыусыһы Расих ағай Әхмәтов, мәктәп уҡыусылары ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһанылар.

Ҡотлауҙарҙан һуң батырҙар һәйкәленә веноктар, сәскәләр һалдылар. Шанлы йылдар һәр кемдең күңелендә. Ныҡлы әҙерлекле фашист илбаҫарҙарына йәне тәне менән ҡаршы торған, тыуған иле, ере өсөн йәндәрен биргән һуғыш һәм тыл батырҙарына мәңгелек дан!

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 559 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0