Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Көҙгө биҙәктәр

29.09.2015, 14:50
Көҙгө биҙәктәр
Көҙ алтын япраҡтары менән гүзәл тибеҙ. Ысынлап та ағастар һары, ҡыҙыл төҫтәргә буялған кейем кейгән. Бар тирә-яҡ шундай матур. Йылдың иң күңелле, иң матур ваҡыттарының береһе бит ул көҙ айы. Бына шундай хозур тәбиғәттең йәмле бер көнөндә Йәнтеш мәҙәниәт йортонда башланғыс синыф уҡыусылыры өсөн алтын миҙгелгә арналған, «Көҙгө биҙәктәр» исемле байрам сараһы булып уҙҙы. Уҡыусылар төрлө ҡыҙыҡлы уйындарҙа дәртләнеп уйнанылар. Уларға бигерәктә «Күҙ бәйләп картуф йыйыу», «Наказ үтәү» уйындары оҡшаны. Рәхәтләнеп бейеп тә алдылар. Ә инде кисәнең иң күңелле мәле төрлө-төрлө япраҡтарҙан һүрәттәр эшләү булды. Балалар был конкурста бик дәртләнеп катнаштылар. Төрлө төҫтәге япраҡтарҙан, сәскә таждарынан матур-матур һүрәттәр эшләнеләр. Бигерәк тә Байгускарова Айзилә, Минлишев Заһир, Иштанов Айназ, Тагирова Диана, Гилашева Гөлнәфис, Искужин Илнар, Кадаева Нурзилә, Бикбова Уралия һәм Гәлсәрҙең эштәре матур булды. «Көҙгө биҙәктәр» кисәһе уҡыусыларға бик оҡшаны. Ә инде кисә аҙағында улар тәмле приздар алып ҡыуандылар.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 563 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0