Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Күңелле үтһен, каникул!

28.03.2016, 13:21
Күңелле үтһен, каникул!


27 март Йәнтеш мәҙәниәт йортонда 1-6 класс уҡыусылары өсөн «Күңелле үтһен, каникул!» исемле күңелле ял кисәһе булып үтте. Әлфиҙә Ультракова кисәне асып, уҡыусыларҙы тағы ла берҙе уҡыу сиреге тамамланыу менән тәбрикләне, күңелле ял итеүҙәрен теләне. Балалар ике командаға бүленеп капитан һайланылар, командаларына исем ҡушып, бер-береһен сәләмләп алдылар. “Шаяндар” һәм “Дуҫлыҡ” командалары һәр уйында сәмләнеп ярышты. Ҡыҙыҡлы һорауҙарға иң күп яуапты “Дуҫлыҡтар” бирһә, яҙ тураһында йомаҡтар сисеүҙә “Шаяндар” алдынғылыҡты бирмәне. Балыҡ ҡармаҡлауҙа ике команда ла үҙҙәрен оҫта балыҡсылар итеп күрһәттеләр. Шулай уҡ уҡыусылар яҙ тураһында һүрәттәр төшөрҙөләр, мәҡәлдәр әйтеп ярыштылар. Ял кисәһе барыһына ла бик оҡшаны. Кисә һуңында балалар тәмле приздар алып ҡыуандылар.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 547 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0