Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Яңы 1437 һижри йыл

19.10.2015, 12:14

Яңы 1437 һижри йыл

Һижрәт- ғәрәп һүҙе, сит ергә күсеп китеү тигәнде аңлата. Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙ һәм башҡа мосолмандарҙың Мәккәнән Йәсрибкә, (аҙаҡ Мәҙинә) күсенеүе һижрәт тип атала.

Был хәл 622 йылда була. Ошо йылдан башлап мосолманлыҡ нығына һәм киң тарала башлай. Тимәк йыл иҫәбе 622 йылдың 16 июленән башлана. Ай көндәренең һаны тап килмәгәнлектән, мосолман байрамдарының көндәре, Ураҙа айҙары, шулай уҡ Яңы йылды ҡаршылау көндәре лә төрлө ваҡытҡа тура килә.

14 октябрь -1437 йыл, Яңы һижри йыл, Мөхәррәм айы башлана. Был айҙа хәйер бирелә, күпләп изге ғәмәлдәр ҡылына. Тап шул көндө Йәнтеш ауылы халҡы Иҙрис мәсетенә яңы Һижри йылды ҡаршыларға йыйылдылар. Ауылыбыҙҙың имамы Арсланов Радик хажи намаҙ бағышланы, вәғәздәр уҡыны. “Беҙгә бүләк итеп бирелгән ғүмерҙең йәнә бер йылын изгелектәр ҡылып үткәрҙек. Бер йыл дауамында ауылыбыҙҙа яңы ғаиләләр ҡоролдо, уларға никах уҡып , фатиха бирелде. Мөхәббәт емештәре булған сабыйҙар донъяға килде. Беҙҙең иман юлында булған ағинәйҙәребеҙ ҙур уңышҡа өлгәшеп Гран-При яуланылар. Мәсеттә төрлө дини байрамдарҙы ҡалдырмай үткәреп торабыҙ. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙгә тән, йән тыныслығы, иман нуры насип итһен”- тип үтеп барған йылға йомғаҡ яһаны ул.

Байрамды мәсеттең ағинәйе Мәҙинә апай Моталова дауам итеп юбилярҙарға, иманға яңы аяҡ баҫҡандарға мәсет исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Антингән ауылы хәкимиәте башлығы Сурина Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы барыһында байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ Мәҙәниәт йорто директоры Лена Фуат ҡыҙы Һижри 1437 йыл менән ҡотлап ауылдаштарына иҫәнлек, һаулыҡ, бәхет теләне.

Байрам шундай йылылыҡ менән үтте, һәр -бер ағинәйҙең, аҡһаҡалдың йөҙөндә иман нуры балҡыуы менән айрылып торҙо.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 638 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0