Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Йәшәләһе йылдар алда әле ...

20.11.2015, 08:15
Йәшәләһе йылдар алда әле ...


3 ноябрь Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата юбилярҙарҙы ҡотлау кисәһе булып үтте.
Беҙҙән әле ғүмер үтмәгән,
Һөйләшәһе һүҙҙәр бөтмәгән.
Йәшәләһе йылдар алда әле,
Йырланаһы йырҙар бар әле.
Кисә мәҙәниәт йортоноң «Миләш» ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле башҡарыуында ошо матур йыр менән башланып ките. Байрамға үҙҙәренең күркәм ғүмер байрамдарын билдәләүсе ханымдар саҡырылды.
Иштанова Мәрзиә апайға 65 йәш. Ул мәғәриф алдынғыһы. 40 йылға яҡын мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Ауыл, мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Әле лә ул “Әхирәттәр” клубының иң әүҙем ағзаһы булып тора.
Иштанова Фәнүзә апайға 60 йәш, оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Юныс ағай менән татыу ғүмер итәләр, 4 балаға ғүмер биреп, хәҙерге көндә уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
Өсөнсө юбилярыбыҙ Байдавлетова Фәриҙә апайға 60 йәш. Ул оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләгән. Аҡыллы, уңған ҡатын әлеге көндә лә тырышып донъя көтә, балаларына терәк булып йәшәй. Кисәгә юбилярҙарҙы ҡотларға балалары, тыуғандары, ауылдаштары йыйылды. Ветерандар советы рәйесе Кужахметова Хәкимә Әйүп ҡыҙы юбилярҙарҙы ҡотап уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ауыл старостаһы Торомтаев Урал ағайҙың моңло йыры кисәгә йәм өҫтәне, һәр кемдең күңеленә хуш килде. Кисәлә юбилярҙар өсөн балалары, туғандары, ауылдаштары тарафынан тик матур һүҙҙәр, изге теләктәр әйтелде, уларға күңелле йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк ителде. Кисә бергәләшеп тәмле итеп сәй эсеү менән тамамланды.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 959 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0