Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Ир-егет - илгә терәк

24.02.2016, 06:46

23 февраль Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ,"Ир-егет - илгә терәк" тип исемләнгән кисә булып үтте. Кисәгә ҡасандыр Армия сафында хеҙмәт итеп, әлеге көндә олоғайҙан ир-уҙамандар менән бер рәттән уҡыусы малайҙар саҡырылды. Ир-егеттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап Мәҙәниәт йорто директоры Лена Фуат ҡыҙы изге теләктәрен еткерҙе. Кисә барышында ағайҙар үҙҙәренең ҡайҙа хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләп үттеләр, хәтер йомғаҡтарын һүттеләр. Нурислам ағай Моталов "Хеҙмәт итеү һәр-бер ир-егеттең бурысы. Егеттәр армиянан тормош һабаҡтары үтеп ҡайта. Беҙҙең заманда ике йыл хеҙмәт иттек. Хат аша хәбәрләшеп тора инек. Ә хәҙер бер йыл. Армияға барырға алдан әҙерләнер кәрәк, спорт менән шөғөлләнегеҙ" тип үҙ теләктәрен әйтте.

Кисәлә ҡатнашыусы ир-егеттәр ике командаға бүленеп бер-береһе менән көс һанаштылар. Күҙ бәйләп танк һүрәтен эшләүҙә ике команда ла оҫта булып сыҡҡтылар. Ә инде сәпкә уҡ тигеҙеү буйынса оло ағайҙар мәргәнерәк булып сыҡтылар. Ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуапты малайҙар күберәк әйттеләр. Нурислам ағай Моталовтың армиянан алып ҡайтҡан фото альбомы уҡыусы малайҙарға бигерәктә оҡшаны. Кисә аҙағында ир-егеттәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 850 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0