Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Гәүһәр туй юбилейы

24.02.2016, 07:00

Торомтаевтарҙың гәүһәр туй юбилейҙары

60 йыл ҡулға-ҡул тотоноп,

Пар былбылдай тормош итәһегеҙ.

Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,

Ғумер йомғаҡтарын һүтәегеҙ.

Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,

Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.

Лайыҡ парҙарҙың һеҙ иң гүзәле,

Һеҙҙе күңел шуға ярата.

Йәнтеш ауылында оло байрам, Ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләләренең береһе булған аҡһаҡалыбыҙ Ильяс Иҙрис улы һәм Римма Хөсәйен ҡыҙы Торомтаевтарҙың иңгә-иң терәшеп, тормош һуҡмаҡтарын арымай-талмай бергә ҡанат ҡағып парлап үтеүҙәренә 60 йыл, гәүһәр туйҙары. Уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашырға район ветерандар ойошмаһы етәксеһе Роза Рәхимйән ҡыҙы Аллағолова, райондың инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Мәрйәм Миңлебай ҡыҙы Акилова, Антингән ауыл хакимиәте башлығы Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы Сурина, шулай уҡ Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Үҙҙәренең күркәм, матур ғүмер байрамдарын билдәләүсе Ильяс олатай менән Римма инәйгә тик йылы һүҙҙәр, ҡотлауҙар әйтелде. Иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ моңло йырҙар кисәгә йәм генә өҫтәне.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 1195 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0