Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Һеҙ беҙгә кәрәк әле

18.12.2015, 08:28

Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Халыҡ - ара инвалидтар көнөнә ҡарата

«Һеҙ беҙгә кәрәк әле»

исемле осрашыу кисәһе булып үтте.

Был ергә яҙғы ләйсәндә,

Ҡойонорға тип килдем.

Дауылда имәндәренә,

Һыйынырға тип килдем.

Матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа,

Ҡушылып ирергә килдем.

Һүҙ табалһам, тормош йәмен,

Әйтеп бирергә килдем.

Һүҙ тапмаһам «Аһ!» тип, өҙөлөп,

Әйтергә генә килдем.

Әллә ни көтмәгеҙ, ергә,

Йәшәргә генә килдем. - ошондай шиғри юлдары менән башланып китте мөмкинселектәре сикләнгән кешеләр менән осрашыу кисәһе. Атингән ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сурина Мәүлиҙә Фәйзулла ҡыҙы инвалидтарға һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, тормоштан йәм табып йәшәүҙәрен, ҡаҡшамаҫ рухлы, һоҡланғыс кешеләр булып ҡалыуҙарын теләне. Уларға һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр бүләк ителде. Шулай уҡ инвалидтарға шашка ярышы ойошторолдо. Осрашыу тәмле ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәл артында бергәләшеп сәй эсеү менән тамамланды.Ә инде үҙ сиратында улар ҙур рәхмәттәрен әйтеп, ҡыуаныуҙарын белдерҙеләр. Ысынлап та һаулығы ҡаҡшаған, ауыр хәлгә тарыған инвалидтар хөкүмәттең дә, йәмғиәттең дә ҡурсыуына мохтаж. Үҙҙәренең хәлдәренә ҡарап осрашыуға килә алмаған Ҡадаев Рәшит ағай һәм Кадаева Зифа Рәшит ҡыҙының өйҙәренә барып осрашып, хәлдәрен белешеп, ғаиләләренә кәрәк булып, терәк булып йәшәүҙәрен теләнек. Ысынлап та уларға күп нимә сикләнгән. Ә шулайҙа инвалидтар төшөнкөлөккә бирелмәй тормошто яратып, булғанына шөкөр итеп, яҡындарына тел ярҙамы менән булһала ярҙам итеп йәшәйҙәр.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 1094 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/1