Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Дуҫтар булғанда ғына

14.06.2016, 14:32
Дуҫтар булғанда ғына


Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара дуҫтар көнөнә арналған «Дуҫтар булғанда ғына» тип исемләнгән мауыҡтырғыс сара булып үтте. Дуҫ – ул һинең шатлығыңды уртаҡлашыусы, ҡайғыңды таратыусы, йыуатыусы күңелеңә иң яҡын кешең. Кеше бер үҙе генә бөтә ауырлыҡты еңә алмай, уға һәр саҡ дуҫтар кәрәк. Балалар дуҫ, дуҫлыҡ тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр әйттеләр. Һуңынан улар ике командаға бүленеп үҙ-ара көс һынаштылар, һәр уйында балалар ихлас ҡатнаштылар. Уларға бигерәк тә эстафетала ҡатнашыу, ярышып һыу ташыу, кәрзингә туп төшөрөү, скакалканан һикереү кеүек ҡыҙыҡлы уйындар оҡшаны. Байрам аҙағында балалар тәмле приздар алып ҡыуандылар.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 577 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0