Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән - юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер

03.12.2016, 07:45

3 декабрь Халыҡ - ара инвалидтар көнө билдәләп үтелә. Тыумыштан ғәрип булып, донъяның рәхәтен күрмәй үҫкән балалар, һәләкәткә дусар булып, йәшнәп йәшәр саҡта урын өҫтөндә, инвалид коляскаһына беркетелгәндәр яҙмышы. Ғәрип кешенең йән һыҡраныуын сәләмәт кеше ишетеп, аңлап еткермәй ҙә кеүек. Тик ишетергә, аңларға тырышырға кәрәк, бик кәрәк.

Яҙмыш тарафынан кәмһетелгәндәргә ярҙам ҡулы һуҙырға бер ҡасанда һуң түгел. Беҙҙең йылы һүҙҙәргә, йылы ҡарашҡа, таянысыбыҙға мохтаж кешеләр барлығын онотмаҫҡа ине. Йәнәшәбеҙҙәге, былай ҙа үҙҙәрен кәмһетеп тойған дуҫтарыбыҙға иғтибарлыраҡ булайыҡ. хәлдәрен аңларға, ауыр тормоштарына терәк, ҡайғы-хәсрәттәренә йыуаныс булайыҡ.

Ошо маҡсат менән 3 декабрь Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда "Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән - юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер" исемле сара үткәрелде. Сараға мөмкинселектәре сикләнгән төрлө йәштәге кешеләр саҡырылды. Сараны асып Лена Фуат ҡыҙы ҡунаҡтарға иҫәнлек һаулыҡ, ғаиләләренә кәрәк булып йәшәүҙәрен теләне. Улар өсөн матур табын әҙерләнде. Ҡунаҡтар рәхәтләнеп уйнап - көлөп күңел астылар. Бейеп , йырлашып та алдылар. Сара барыһына ла бик оҡшаны. Улар күңелдәре булып , рәхмәттәрен әйтеп таралыштылар.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 564 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0