Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Беҙ бәхетле Әсәй һеҙҙең менән

30.11.2015, 13:13
Беҙ бәхетле Әсәй һеҙҙең менән


Әсә! Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң яҡын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тирбәткән, беренсе йымайыуыңды күреп ҡыуанған, тыуған телде өйрәткән, халҡыбыҙ моңон күңелеңә һеңдергән. ӘСӘЙ! Ниндәй бөйөк исем! Әсәйҙәрҙең беҙгә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң?
Йәнтеш Мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арналған «Беҙ бәхетле Әсәй һеҙҙең менән» исемле бай йөкмәткеле ҙур концерт булып үтте. Антингән ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сурина Мәүлиҙә Фәйҙулла ҡыҙы залда ултырыусы барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, уларға иҫәнлек- һаулыҡ , оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләне. Ауыл һәм мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт хатын тапшырҙы. Шулай уҡ мәктәп директоры Иштакбаев Юлай Мөхәмәтғәле улы һәм «Аҡсарлаҡ» балалар лагеры начальнигы Искужин Салауат Ғәлимйән улы ла әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап изге теләктәрен еткерҙеләр. Тантаналы өлөштән һуң һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән концерт башланды. Әсәйҙәр өсөн матур шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр, әсәй тураһында йырҙар яңғыраны. Уҡыусылар үҙҙәре әҙерләгән сәскәләрен әсәйҙәренә бүләк иттеләр. Торомтаев Урал, Искужин Азат, Моталова Алтынай, Ҡунафина Раушания, Ғиләжева Ильгинәнең моңло йырҙары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Арсланова Фәниә апайҙың ғаилә сығышын, ҡыҙҙарҙың «Зөлфиә», «Бөрлөгән», грузин халыҡ бейеүҙәрен халыҡ яратып ҡабул итте, «Миләш» ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле башҡарыуында матур йырҙар ҙа байрамға йәм өҫтәне. Ә инде зал тулы тамашасылар үҙ сиратында һәр бер сығышты ҡул сабып, һәүәҫкәр артистарҙы дәртләндереп ултырҙылар. Концерт бик матур, күңелле үтте. Тамашасылыр рәхмәт әйтеп, байрам кәйефе менән таралыштылар.
Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 1161 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 5.0/2