Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Байрам " Был ғүмерҙең гүзәл осорҙары-күбәләктәй бала саҡ икән "

01.06.2017, 12:41

 Йәмле йәйҙе һәр саҡ матур байрам - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән башлайбыҙ. Мәктәп уҡыусылары уның каникул башланған мәлгә тура килеүен айырыуса яраталар. Мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, был көндө булдырыу мәсьәләһе 1949 йылда Париж ҡалаһында уҙғарылған халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында хәл ителә, һәм киләһе йылынан байрам рәсми рәүештә билдәләнә башлай. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнөң үҙ флагы ла бар. Унда Ер тирәләй биш фигура ҡуйылған. Урталағы шар уртаҡ йортобоҙҙо - Ватаныбыҙҙы сағылдырһа, эргәһендәге күк, һары, ҡара, аҡ, ҡыҙыл төҫтәр - төрлөлөктөң һәм сыҙамлылыҡтың билдәһе.

   Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә " Был ғүмерҙең гүзәл осорҙары-күбәләктәй бала саҡ икән " тип аталған байрам сараһы үткәрелде. Ауыл иртәһе балаларҙың шат тауышлы йырҙары менән яңғырап торҙо. Ҡотлауҙарҙан һуң төрлө уйындар, асфальтта һүрәттәр төшөрөү, велосипедта уҙышыу, төрлө һорауҙарға ҡыҙыҡлы яуаптар биреп, рәхәтләнеп бейештеләр.

  Байрам һуңынан бөтәһе бергәләп " Һәр ваҡыт булһын Ҡояш! " йырын йырлап тәмлекәстәр менән һыйландылар. Йәмле йәй айҙары күңелле, фәһемле, тыныс үтһен, байрам мөбәрәк булһын!

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 455 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0