Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» "Бәхетле булығыҙ" исемле кисә үткәрелде

24.07.2015, 12:05

"Бәхетле булығыҙ" 

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда яңы өйләнешкән йәш парҙарҙы ҡотлау матур, изге йолаға әүерелгән. 24-се июль көнө ошондай күркәм сара булып үтте.

«Бәхетле булығыҙ» исемле был кисәгә, яңы ғына өйләнешкән йәш ғаилә Фидәлиә һәм Илшат Урузбаевтарҙы ҡотларға туғандары, дуҫтары йыйылды. Кисәне изге теләктәр менән ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәниә апай Арсланова асып ебәрҙе. Шулай уҡ йәштәрҙе ҡотлап үҙе сығарған нәсихәтен әйтте. Кисәлә йәш парҙы ҡотлап матур йырҙар яңғыраны. Туғандары, дуҫтары ҡотлап изге теләктәрен еткерҙеләр.

Йәштәргә ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо. Кисәлә йәш пар үҙҙәренең тәүге ғаилә усағын тоҡандырҙылар. Ғаилә усағығыҙ бер ваҡытта ла һүнмәһен, бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, яратып йәшәгеҙ, бәхетле булығыҙ тигән изге теләктәр еткерелде.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 650 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0