Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» Атайҙар илгә терәк

09.11.2015, 11:35

Атайҙар илгә терәк

7 ноябрь Йәнтеш мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ир-ат көнөнә арналған «Атайҙар илгә терәк» тип исемләнгән күңелле, мауыҡтырғыс тамаша булып үтте. Матур көй аҫтында сәхнәгә ҡалҡан кеүек атайҙар сығып баҫҡас,тамашасылар дәррәү ҡул сабып алҡышланылар. Кисәгә йәштәрҙең, балаларҙың килеүе атайҙарын ни тиклем хөрмәт итеүҙәрен, яратыуҙарын аңлата ла инде. Мәҙәниәт йорто директоры Лена Фуат ҡыҙы ир-аттарҙы байрам менән ҡотлап уларға иҫәнлек, һаулыҡ ғәилә именлеге теләне. Ә инде Азат Искужиндың атайҙарға бағышланған йыры барыһыныңда күңеленә хуш килде. Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң, атайҙар «Батырҙар» һәм «Спецназ» командаларына бүленеп үҙ-ара көс һанаштылар. Ярыш бик күңелле, мауыҡтырғыс булды. Улар төрлө һынауҙар үтте, ҡыҙыҡлы уйындарҙа актив ҡатнаштылар. Мәҫәлән скакалкала һикереүҙә Байдавлетов Рацилға етеүсе булманы. Ә инде ҡыҙҙарҙың сәстәрен үреүҙә Искужин Айнур бик оҫта булып сыҡты. Гер күтәреүҙә Бикбов Юлай көслө булды. Винтовканан атыу буйынса ике командала һынатманы. Ә ниндәй байрам йыр-моңһоҙ булһын инде. «Батырҙар» командаһы дәртле итеп һинд ҡыҙҙары бейеүен бейеп күрһәттеләр, ә инде «Спецназ» командаһынан Йәтимов Ленир ағай бик оҫта итеп гармунда уйнаны. Командалар атайҙарға арналған мәҡәләләр әйтеп тә ярыштылар. Улар үҙҙәрен бар яҡтан да күрһәтә белделәр. Бәйге булғас уның еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Спецназдар 2-се урынды, ә Батырҙар хаҡлы рәүештә 1-се урынды яуланылар. Байрам бик матур үтте.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 843 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0