Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Янтышевский СДК» "Һаҡмар халыҡ театры" гастролдәре

25.04.2016, 12:49

"Һаҡмар халыҡ театры" гастролдәре

Йәнтеш Мәҙәниәт йортоноң "Һаҡмар халыҡ театры" етәксеһе Лена Фуат ҡыҙы Р. Наҙарғолованың "Кәләш алам!" (Өйләнмәгән егеттәрҙең сиртәм танауҙарына) исемле комедияһы менән район ауылдары буйлап сәйәхәткә сыҡтылар.

Мәмбәт, Иләс, Ивановка, Урыҫбай, Вәзәм, Әбеш, Ғәлиәхмәт шулай уҡ Йәнтеш ауылы халҡына ҡыҙыҡ, күңелле тамаша күрһәтеп, матур ял бүләк иттеләр. Һәүәҫкәр әртистәребеҙ Фируза апай Моталова, Филюзә Билалова, Рацил Байдавлетов, Гөлнара Назарова, Ильмир Искужин үҙ ролдәрен бик оҫта башҡарып тамашасы һөйөүен яуланылар. Һәр ауылда беҙҙе йылы ҡаршылап, тамашасыларҙы йыйған Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Категория: Янтышевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 636 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0