Главная » Файлы » Дома культуры (Н-Я) » Целинный СМФК» Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл

24.09.2015, 12:34
Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл


23 сентябрь көнө Сиҙәм ауылында “Хәйбулланың көмөш ынйылары” исемле промо-акция сиктәрендә яҡташ яҙыусыбыҙ Ҡәҙим Аралбаев менән осрашыу булып үтте. Килгән ҡунаҡтарҙы ауыл ағинәйҙәре таҡмаҡтар әйтеп, йырҙар йырлап ҡаршы алдылар. Осрашыуға ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар ҙур теләк менән йыйылдылар.
Иң тәүҙә Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарын мәктәп уҡыусылары яттан һөйләп ишеттерҙеләр. Шиғриәт минуттары концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Рәүф Ҡанчурин етәкселегендәге “Азамат” ҡурайсылар ансамбле сығыш яһаны, көҙгә бағышлап уҡыусы ҡыҙҙар бейенеләр. Оло быуын кешеләре лә таң ҡалып, тын да алмай Ҡәҙим ағайҙың шиғырҙарын тыңланылар. Ҡ. Аралбаевтың бик күп шиғырҙары көҙ миҙгеленә арналған.
Йылыһынан
Һеҙҙең йөрәктәрҙең
Йылы алып ерҙә йәшәйем.
“Кеше менән бергә йәшә, балам!...” –
Тип өйрәтте йәштән әсәйем.
Категория: Целинный СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 756 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0