Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Мамбетовский СДК» Субботник

20.04.2018, 13:45

  Ғәҙәттәгесә, яҙ етеү менән һәр кем урамдарҙы, юлдарҙы, ихаталарҙы сүп-сарҙан таҙарта, тирә-яҡты төҙөкләндереүҙә үҙ өлөшөн индерә. Беҙ ҙә был изге эшкә дәррәү тотондоҡ. Сәғит ауылында тирә-яҡ мөхитте таҙартыу буйынса экологик субботниктар старт алды. 20 апрель көнө мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, мәктәп һәм мәҙәниәт эшселәре мәктәп территорияһын ҡый үләндәренән, сүп-сарҙан таҙартты, төҙөкләндереү эштәре менән булышты. Кемдер көрәк, кемдер тырма, һепертке алып килде. Ихлас эшләнек. Алдағы көндәрҙә лә экологик өмәләр әле дауам ителәсәк.

  

Категория: Мамбетовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 34 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0