Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Мамбетовский СМФК» Мәүлит байрамы

28.01.2017, 16:26

Мәүлит кисәһе

Мәмбәт ҡарттың билдәле улы Иҫәнғол нигеҙ һалған һәм исемен йөрөткән мәсетебеҙҙә дини байрамдар һәр саҡ билдәләп үтелә. Быйыл Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләһиссәләмдең тыуған көнө 11-12-се декабргә тура килде. Мәүлит кисәһен беҙҙең ауыл халҡы ла ихлас билдәләп үтте. Ситтән килгән ҡунаҡтарҙа байтаҡ ине. Улар - Аҡъярҙан районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Юлай хәҙрәт, Маҡандан хәрби Һауа-десант ғәсҡәрҙәре ветерандары рәйесе Ризван Ҡорбанов, Сәғит ауылы имамы Басир Ҡәйепов һәм бер төркөм ауылдаштары.

Мәүлит байрамы йолалары үткәрелгәндән һуң, Мәмбәт ағинәйҙәре - Рәхимә Турғаева, Нәфиә Ҡәйепова, Файза Хәлиловалар мөнәжәт әйтеп ишеттерҙе. Ауылдашыбыҙ Азамат Ҡыуадыҡов ҡорбан салып, халыҡты һыйланы. Ҡөрьән аяттары тыңлау, доға ҡылыу, мәжлестән тыш туғандар, таныштар менәнән аралашыуҙан халыҡ кәеф күтәренкелеге алды.

Категория: Мамбетовский СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 622 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0