Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Мамбетовский СМФК» Халыҡ - ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған концерт

06.03.2017, 01:28

Ғиззәтле лә, ләззәтле лә, 
Әсә булыу, 
Яуаплы ла,хафалы ла, 
Әсә булыу, 
Аҙаплы ла, ғазаплы ла 
Әсә булыу, 
Ҡыуаныслы , йыуаныслы, 
Әсә булыу, 
Булмаһын тик аяныслы 
Әсә булыу. 
6 март Мәмбәт мәҙәниәт йортонда, Халыҡ - ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған бик матур концерт булып үтте. 
Сәхнәлә тәүҙә бәләкәй әртистәребеҙ,"Ләйсән" балалар баҡсаһы сығыш яаһаны. Улар әсәйҙәренә "Сәскә" бейеүен һәм "Әсәйгә ярҙам итәм" йырын башҡарҙылар.
Артабан беҙҙең яратҡа Ағинәйҙәребеҙ матур йырҙары менән халыҡты ҡыуандырҙы.
Рушана Билалова менән Рәзилә Ҡыундыҡова үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән халыҡты таң ҡалдырҙы. Йәш ҡурайсы Айсыуаҡ Кәиповтың ҡурайҙа уйнауы барыһына ла оҡшаны, шулай уҡ Милә Ҡарабаеваның матур йырҙары бөтәһенә лә оҡшаны. Байрам бик матур үтте.

Категория: Мамбетовский СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 557 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0