Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Мамбетовский СМФК» Хәрәкәттә бәрәкәт

02.02.2017, 10:16

Мәмбәт мәҙәниәт йортонда, халыҡ ара ҡар көнөнә арналған "Хәрәкәттә бәрәкәт" исемле спорт һөйөүселәр өсөн сара үткәрелде. Бөтә донъя ҡар көнө - халыҡ ара байрам, ул ҡышҡы спорт төрөнөң береһе. Был байрам күп илдәрҙә уҙғарыла. Бөтөнләйгә ҡар булмаған: Австралия, Яңы Зинландия һәм Пакистанда ла яһалма ҡар ярҙамында үткәрәләр. Бөтә донъя ҡар көнө үҙенең йәш булыуына ҡарамаҫтан (2012 йылдан) күп илдәрҙә билдәлелек яулап өлгөргән. Был көндө 250 ләп спорт төрө күрһәтелә.

Беҙҙең Мәмбәт ауылында ла спортты һөйөүселәр куп. Ололар скандинав йөрөүҙе үҙ итһә, балалар һырғанаҡта өйөргә, саңғыла, конкиҙа шыуырға яраталар.

Категория: Мамбетовский СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 540 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0