Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Мамбетовский СДК» 1 май

01.05.2018, 12:32

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Атай һәм әсәй кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк ?

-Беҙ йәшәгән өй кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Беҙ һөйләшкән тел кәрәк!

Ерҙә беҙгә ни кәрәк?

-Тыуған -үҫкәт ил кәрәк!

  1 май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды һәм булып ҡала. Был көн яҙғы яңырыуҙы-ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр ярылыуын, яңы ынтылыштар барлыҡҡа килеүен аңлата. Мәмбәт күптармаҡлы ауыл клубында был көнде күңелле музыка тауышы яңғырап торҙо. Модулле ауыл китапханаһы менән берлектә был көнде балалар өсөн байрам сараһы үткәрелде. Китапханасы Кәйепова В.Д. һәм культура ойошторыусыһы Кәйепова Н.Ш. балалар өсөн саф һауала төрлө ярыштар, конкурстар ойошторҙылар. Шулай уҡ бильярд, теннис буйынса ярыштар үткәрелде. Байрам балаларға рух күтәренкелеге, ышаныс, ҡыйыу ниәттәр, яҡты уйҙар, ололарға ихтирам уятыр тип ышанабыҙ. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын,һәр кемгә шатлыҡ- ҡыуаныстар ғына килтерһен!

   

Категория: Мамбетовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 22 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0