Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Маканский СМФК» Йылдар һынауына бирешмәгән

06.02.2021, 10:12

Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сагылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт-ышаныс кәрәк. Маҡан ауылында йәшәүсе Шәүрә Нурғәле ҡызы менән Айҙар Сәлихйән улы Иҙрисовтар - матур ғүмер кисергән парҙарҙың береһе. Бер-береһенең яҙмыштарын уртаҡ бәйләгән көндән һуң да инде 50 йыл ғүмер үтеп киткән.

6 февраль көнө клуб, библиотека һәм ауыл советы хеҙмәткәрҙәре алтын юбилярҙарҙың өйөнә барып алтын туй уңайынан ҡотлап үттеләр. Һеҙ бер-берегеҙгә таяныс, тормошҡа ғашиҡ булып, шатланып ғүмер итә беләһегеҙ, үрнәк булырҙай балалар үҫтергәнһегеҙ. Тормоштоң ниндәй генә ауырлыҡтары булмаһын, һеҙ бирешмәнегеҙ, һынманығыҙ, һығылманығыҙ, намыҫлы хеҙмәт юлы үттегеҙ.

Хөрмәтле алтын йәштәр! Бер-берегеҙгә булган йылы хистәрегеҙ юғалмаһын,иңде-иңгә ҡуйып, балалар игелеген күреп оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер кисерегеҙ.

Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә!
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен!
Сәләмәтлек ярты бәхет тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!

Категория: Маканский СМФК | Добавил: RDK
Просмотров: 22 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0