Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Һыу башлау

13.10.2018, 10:00

  Хәҙерге заманда башҡорт туйҙарының бәҫе төшөп бара. Туйға башҡа милләт туйҙарының ят күренештәрен ҡушалар. Мәҫәлән киленгә һыу башлағанда теләһә нисек кейенеп, ҡыланып, һыуҙы түккеләп йоланың бәҫен ебәрәләр. 
    Шуға күрә Иләс ағинәйҙәре “киленгә һыу башлау” йолаһын терегеҙеү маҡсатында, ҡәйнә Рәхимә Шәрипованың үтенесе буйынса киленгә “Һыу башлау” йолаһын күрһәтте. 
  13 октябрь Фазылйән Рәхимә Шәриповтарҙың улы Ғәлимйән килен төшөрҙө йортона.Һәм был көндө ағинәйҙәр был йоланы атҡарып сыҡты. 

Тәүге һынау үтә йәш килен 
Көйәнтәләр әҙер биҙрәләр... 
Килендәргә һыуҙар башлау 
Борондан ҡалған йола. 

  Килен төшкән көндө үтәлә был йола.Һыуға беренсе тапҡыр барғанда йәш килен буш көйәнтә күтәрмәй,шуға күрә буш көйәнтә - биҙрәне бикәсе күтәреп бара. 
 Һыуға башлағанда оло инәй: Һыу –Ерҙең һөтө, һыу - Ерҙең һуты, Һыу йәшәү сығанағы, йәнгә паклыҡ, тәнгә таҙалыҡ, Хоҙай рәхмәте менән өлөшөңдө барып алайыҡ – тип фатиха бирә. 
  Ҡоҙоҡ янында һыу алыу йолаһы башҡарыла.Һыу инәһен ризалатыу өсөн ҡоҙоҡҡа тәңкә ташлайҙар. Шунан килен тәүҙә уң биҙрәгә, унан һулына һыу тултыра. Оло еңгәй килендең яурынына өс тапҡыр “бисмилла” әйтеп көйәнтәне һала. Тәүҙә уң биҙрәне, һул биҙрәне көйәнтәгә эләләр. Киленгә “Һыуыңды сайпылтма, донъяң етеш булыр” тип теләк теләйҙәр. 
Һыуҙы алып ҡайтҡас, һыуҙан ауыҙ итәләр һәм : 
- Рәхмәт, килен, һыуың тәмле, силәгеңә бер көмөш - тип көмөш аҡса һалалар. 
Бына ошондай йола башҡарҙы Иләс ағинәйҙәре.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 21 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0