Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Ураҙа ғәйете

15.06.2018, 08:11

15 июнь мосолмандарҙың оло байрамы – Ураҙа ғәйете үткәрелде.Был көндө Иләс ауылының “Таһир” мәсетенә бик күп кеше йыйылды. Ауылдың имамы Илфак Шәрипов Ғәйет намаҙы үткәрҙе, вәғәз һөйләне. Рамаҙан айы,ураҙа бик ҙур тәрбиәүи көскә эйә. Ул кешеләрҙе әҙәпкә,түҙемлелеккә өйрәтә. Аҙаҡтан ҡатын-ҡыҙҙар байрам өҫтәле әҙерләне һәм Ғәйет сәйе эсерҙе. Һәр йыл был байрам Иләс ауылында ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 34 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0