Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Туратым ынйылары

31.10.2015, 09:14
Туратым ынйылары
29 октябрь көнө Иләс ауыл мәҙәниәт йортонда Әҙәбиәт йылына арналған “Туратым ынйылары” тип аталған күркәм сара булып үтте. Был көндө мәҙәниәт йортонда ҡәләм тирбәткән шиғри күңелле балалар һәм ололар йыйылды. Зал шиғриәткә арналған һәм оҫта ҡулдарҙың күҙҙең яуын алырҙай нәфис әйберҙәре менән биҙәлде. Кисәне асып библиотекарь Нәжиә Асҡарова “Нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш беҙҙе осрашыу кисәһенә йыйҙы ла инде” тине. Талғын музыка аҫтында сәхнәгә “Һалдат бәйеттәре”, Ҡ. Аралбайҙың “Хәтеремдең тере ҡуҙҙары”, Ф. Аҡбулатованың “Иң тәмле китап”, Ә. Ҡырымғужинаның “Гөрләүек йыры”, З.Ҡужәбәкованың “Өмөт йәшәтә”, А.Кәипованың “Шиғырҙар йыйынтығы” китаптары сыға. Ул китаптарҙың авторҙары Иләс-Турат ауылында тыуып үҫкән, йә ғүмерҙәренең бер миҙгеле ошо ауыл менән бәйле. Артабан сәхнәгә, саҡырылған ҡунаҡтар, Зилиә Ҡужабәкова, Тәнзилә Хөсәйенова, Хәлиҙә Юлдашбаева күтәрелде. Зилиә Ҡужабәкова, Тәнзилә Хөсәйенова үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерһә, Хәлиҙә Юлдашбаева тәрбиәләнеүселәре менән бергә балалар баҡсаһында эшләү дәүерендә үҙе ижад иткән бармаҡ уйындарын күрһәтте. Сара үҙешмәкәр түңәрәк артистарының, Ағинәйҙәрҙең бейеүҙәре, йырҙары менән үрелеп барҙы. Кисә Ҡ. Аралбай һүҙҙәренә “Йондоҙоң” йырына флешмоб менән тамамланды.
Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 520 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0