Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Сәстәр сал булһа ла, күңел йәш әле

05.10.2016, 07:43

Иләс ауылы клубында Ололар көнөнә арналған “Сәстәр сал булһа ла, күңел йәш әле” тип аталған сара булып үтте. Сара башында ветерандар советы председателе Зәкиә апай Ҡунаҡасова ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны.Балалар ололарға шиғырҙар һөйләне,сәскә бүләк итте.

Байрамда ошо көндәрҙә үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләүсе Зөләйха апай Рәхмәтованы (75 йәш), Ғәлиә Рәхмәтова һәм Аһылбикә Туҡбаева,Вәкил Биксәмбәтовтарҙы (65 йәш) ҡотлап сәскәләр һәм йыр бүләк тапшырылды.Ололар алдында ҡатын – ҡыҙҙар вокал ансамбле “Үтмәй торсо ғүмер”, “Йыйҙым еләк”йырҙары менән сығыш яһаны.Ололар һәр сығышты алҡыштар менән ҡаршы алды.Уларға бигерәктә бейеү ансамбленең “Кәкүк”, “Тыпырҙаҡ” бейеүҙәре, Фәүзиә Аллаирҙинаның, Ғәлиә һәм Миңлеғәле Рәхмәтовтарҙың йырҙары оҡшаны.

Артабан байрам мул табынлы өҫтәл артында дауам итте.Ололар йәшлек йырҙарын йырлап,бейеп күңел асты һәм ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп,бик ҡәнәғәт булып таралыштылар.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 451 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0