Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Әсәләр нур сәсәләр

30.11.2015, 14:11
Әсәләр нур сәсәләр


28 ноябрь көнө Иләс ауылында Әсәйҙәргә арналған кисәне алып барыусы З.С. Шәрипова әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотлап, байрам тарихын һөйләп башлап ебәрҙе. Кисәлә “Әсәйҙәр” һәм “Ҡыҙҙар” командалары тапҡырлыҡта көс һынашты. Сәхнәгә әсәле-ҡыҙлы Нәжиә һәм Нәзилә Асҡаровалар, Әлфиҙә, Айгизә һәм Сөмбөл Бикбовалар, Розалия һәм Наҙгөл Ҡунаҡасовалар, Гөлсирә һәм Сөмбөл Юлдашбаевалар күтәрелде. Командалар үҙҙәре менән таныштарғандан һуң ,,Мәҡәлдәр донъяһында”, “Һорау-яуап”, “Сабый теле менән”, “Шиғыр ижад ит”, “Әкиәтте ҡыҙыҡлы итеп үҙгәрт”, “Ижади номер” һ.б. төр ярыштарҙа көс һынашты.
Сәмле ярыштан һуң һөҙөмтәләр буйынса Юлдашбаевалар 1-се, Асҡаровалар – 2-се урынды яуланы, Ҡунаҡасовалар һәм Бикбовалар 3-сө урынды бүлеште. Сараға балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡотларға килгән ине. Улар башҡарыуында “Башҡорт полькаһын”, “Аҡҡоштар” бейеүен тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙатты. Шулай уҡ Юлдашбаева Сөмбөлдөң, ҡыҙҙар башҡарыуында бейеүҙәр, Ҡырымғужин Ильвир башҡарыуында йырҙар тамашасылар күңеленә хуш килде. Кисә әсәйҙәр өсөн 80-се йылдар дискотекаһы менән тамамланды.
Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 672 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0