Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Үреү сәнғәтенә ода

03.11.2016, 08:15

2 ноябрь Иләс мәҙәниәт йортонда “Үреү сәнғәтенә ода” тип аталған бренд сараһы булып үтте.Сара Был донъянан ни ҡалыр?

Малы барҙан мал ҡалыр,

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр,

Оҫталарҙан ҡул ҡалыр,

Ау, оҫталарҙан ҡул ҡалыр. - тигән ҡобайыр юлдары менән башланып китте. Сара ике этапта үтте.

Борон-борондан халыҡта яңы йорт, яңы йорт-ҡураны ҡотлау йолаһы булған. Тәүге этапта “Етегән” фольклор төркөмө башҡорт фольклор материалдарына нигеҙләнеп үҙҙәре ижад иткән “Ситән ҡотлау” йолаһын күрһәтте. Ҡотларға килеүселәр хужаларға “Өйөңдәге сүпте ситән аша ырғытма”, “Ситән янына кеше килһә, һабам менән турһығым, тип тор”, “Күршең менән татыу бул, ситән аша ирешмә”, “Ситәнең бейек булһа, донъяң ышыҡ булыр” тигән әйтемдәр менән үҙ теләктәрен әйтә. Сәй табынынан һуң ҡунаҡтар Әсмә Торомтаеваның “Ситән үрәм” уйынын уйнап, бейеп, йырлап күрһәттеләр.

Икенсе этапта Үреү сәнғәтенә байҡау яһалды. Үреү өсөн күп төрлө материал: талсыбыҡ, муйыл, миләш, йүкә, сүс, ат ҡылы, ҡағыҙ һ.б. материалдар ҡулланырға була. Икенсе өлөш башҡорт халҡының мәшһүр бейеүҙәренең береһе “Оҙонсәс” бейеүе менән башланып китте. Ҡыҙҙар үреп яһалған төрлө прическалар күрһәтте. Ир-егеттәр мөйөшөндә Шәрипов Вадим, Рәхмәтов Ниғәмәт, Рәхмәтов Мөнир, Ғәббәсов Ғәйнулла кеүек оҫталарҙың эштәре: мурҙа, ҡош оялары, ҡамсылар, арҡан, сана ҡуйылды. Ҡатын-ҡыҙҙар мөйөшөндә Аҫылбикә Туҡбаеваның ҡағыҙҙан үрелгән шкатулкалары, мәрйендән үрелгән биҙәнеү әйберҙәре, Рәхмәтова Фәнүзә, Туҡбаева Зарима үргән макраме өлгөләре, Зилә Шәрипованың талдан үргән подставкалары, талдан үрелгән кәрзиндәр урын алған ине. Ғәббәсов Ғәйнулла ағай арҡан үреү, Зилә Шәрипова подставка эшләү, Аҫылбикә Туҡбаева ҡағыҙҙан үреү буйынса мастер-класс күрһәттеләр. Сара “Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ” тигән халыҡ мәҡәле менән тамамланды.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 609 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0