Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Ололар көнө

02.10.2015, 14:26
Ололар көнө

1 октябрь Иләс мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған матур сара булып үтте. - Алтын көҙ… Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө - ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө, уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле.

Кисә ошондай йылы,фәһеме һүҙҙәр меән башланып китте. Байрамға килгән оло быуын кешеләрен ауыл хәкимиәте башлығы Шәрипов Хәибйән Мәхмүтйән улы,Ветерандар советы рәйесе Ҡунаҡасова Зәкиә Ғибаҙулла ҡыҙы ҡотланы.

Шулай уҡ юбилярҙар–Ғәббәсова Ғилминур,Биксәмбәтова Фәйрүзә,Ҡырымғужина Фәриҙә апайҙарға бүләктәр тапшырылды.

“Иң яҡшы ветеран ихатаһы” конкурсы еңеүселәре Ғәббәсовтар ғаиләһе,Йәтимова Венера,Туҡбаева Аҫылбикә апайҙарға приздар тапшырылды.

Артабан сараны Зилә Шәрипова, Нәжиә Асҡароваларҙың йырҙары, ағинәйҙәрҙең күңелле таҡмаҡтары биҙәне.

Сара мул һыйлы өҫтәл артында дауам итте. Ололар йырлап-бейеп, ихлас күңел асып, бик ҡәнәғәт булып,сараны ойоштороусыларға оло рәхмәттәрен әйтеп таралышты.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 1173 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0