Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Киләсәккә өмөт менән

15.12.2015, 07:35
Киләсәккә өмөт менән


3 декабрь көнө Иләс мәҙәниәт йортонда Инвалидтар көнөнә арналған “Киләсәккә өмөт менән” тип аталған сара үткәрелде.
Иләс мәҙәниәт йорто мөдире З.С.Шәрипова кисәне асып: “ Берләшкән милләттәр ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы тарафынан 3 декабрь « бөтә донъя инвалидтар көнө” итеп билдәләнә. Бәлки был көндө байрам тип әйтеүе лә урынлы түгелдер, әммә был көн тормошто яңынан башлаған, нисек кенә булмаһын тормоштоң ни тиклем ҡәҙерле икәнен белгән көслөләр, маҡсатлылар, түҙемдәр көнө.”- тине. Шулай уҡ Ветерандар советы етәксеһе Зәкиә апай Ҡунаҡасова ла кисәгә килеүселәргө үҙ теләктәрен еткерҙе.
Артабан килгән ҡунаҡтар араһында шашка ярышы үткәрелде . Көсөргәнешле ярышта Ҡунаҡасов Әмир ағай, Шәрипов Рәфис, Күсәков Юлай иң оҫта шашкасылар булып танылды.
З.С.Шәрипова башкарыуында йырҙар,төрлө ҡыҙыҡлы уйындар кисәгә йәм өҫтәне.Кисә ауыл хәкимиәте һәм ҡатын –ҡыҙҙар совете ярҙамында әҙерләнгән мул һыйлы табын артында сәй эсеү менән тамамланды.
Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 536 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0