Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Күңелле йәшәйбеҙ

18.08.2015, 12:17
Күңелле йәшәйбеҙ


11 август Иләс мәҙәниәт йортонда балалар өсөн хәрәкәтле уйындар, эстафеталар үткәрелде. Балалар аҙ килһә лә сара күңелле үтте. Сара аҙағында балаларға тәмле приз таратылды. Кискеһен ауыл халҡы өсөн үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән концерт күрһәтелде. Халыҡ бик күп йыйылды. Тамашасылар Аллабирҙин Байрастың бейеүҙәрен, Крымғужин Ильвир, Рәхмәтов Байрастың йырҙарын, ҡыҙҙарҙың лирик, парлы коллектив, заманса бейеүҙәрҙен бик йылы ҡабул итте.
Ә инде 15 август Иләс мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары ошо уҡ концерт программаһы менән Ырымбур өлкәһе Иҫке Хәлил (Байғаҙаҡ) ауылында сығыш яһанылар. Тамашасылар артистарҙың сығышынан бик ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп ҡалдылар.
Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 616 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0