Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Яҙғы моңдар

04.05.2015, 15:06
Яҙғы моңдар


18 апрель Иләс мәҙәниәт йортонда йәштәр өсөн “Яҙғы моңдар” тип аталған тематик дискотека булып үтте. Йәштәр яҙ тураһында йырҙар буйынса викторинала ҡатнашты, ”Кем күберәк йыр белә?” конкурсында ярышып йырланылар, ”Кем йырлай?” йырҙы кем йырлауын таныу буйынса уйындар үткәрелде. Аҙаҡтан йәштәр бейеп күңел астылар.

22 апрель көнө ветерандар советы менән берлектә һуғыш ветераны Иҙрис олатай Түләшев менән осрашыу үткәрелраде. Осрашыуҙы мәҙәниәт йорто художество етәксеһе З.С.Шарипова асып Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белешмә бирҙе, шиғырҙар уҡыны. Ветерандар советы рәйесе З.Ғ.Ҡунаҡасова ветерандың тормош юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Һуғыш ветераны үҙенең һуғышта башынан үткәндәрен һөйләне. Библиотекарь Р.Ғ.Ғәббәсова китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк уҡыны. Осрашыу аҙағында уҡыусылар концерт номерҙары менән сығыш яһаны.



Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 717 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0