Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана

07.03.2017, 09:17

7 март Иләс мәҙәниәт йортонда "Яҙ миҙгеле гүзәл заттан башлана" тип аталған байрам кисәһе үткәрелде. Кисә барышында "Уңған килендәр һәм сабыр ҡәйнәләр" исемле конкурс һәм концерт булды. Конкурста 15 йыл татыу ғүмер итеүсе Рита һәм Рүзилә Шәриповалар, Шулай уҡ Вилә һәм Индира Шәриповалар, Яңылбикә һәм Гүзәл Фәтхуллиналар, Мөнирә һәм Дилә Шәриповалар майҙанға сыҡты. Визитка, ғәилә хоббиһы "Балалар теле менән", "Мусор-мода", "Музыкаль өйгә эш" конкурстары үткәрелде.

Ғаилә хоббиһы конкурсында Рита Шәрипова шиғырҙар яратыуын әйтеп Мостай Кәримдең, Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләһә, бөтә ғаилә менән һинд киноларын яратыуын әйтеп, килене ейәнсәрҙәре һинд бейеүен башҡарҙы, Рәхмәтовалар һәм Фәтхуллиналар ҡул эштәре, аш-һыу әҙерләргә яратыуҙарын һөйләне. Мөнирә Шәрипова йырларға яратыуын әйтеп йыр башҡарҙы, ә килене аш-һыуға оҫта икән. "Мусор-мода" бик үҙенсәлекле булды Рита Шәрипованың ғаиләһе бөтә ғаилә менән кейенһә, Мөнирә Шәрипова, Вилә Рәхмәтовалар ейәнсәрҙәрен кейендергән, ә Гүзәл Фәтхуллинаның костюмы үҙенең оригиналлеге менән айырылып торҙо.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 370 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0