Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Йәшелсәләр һәм сәскәләр күргәҙмәһе

09.09.2018, 10:12

9 сентябрь көнө Иләс мәҙәниәт йорто тирәһе гөрләп торҙо. Күңелле музыка яңғыраны. Сәскәләр һәм йәшелсәләрҙән композициялар күргәҙмәһе һәм йәрминкә ойошторолдо. Миңсылыу Солтанованың сәскәләрҙән Рәсәй флагы композицияһы, Ризида Рәхмәтовның "Крокодил Гена", "Чебурашка", "Ҡарышлауыҡ" композициялар бигерәк тә матур килеп сыҡҡан. Күргәҙмәлә Нәжиә Асҡарованың ҡабаҡ - смайлигы күңелле йылмайып торҙо. Шулай уҡ күргәҙмәлә Гөлназ Шәрипова, Рүзилә Шәрипова, Рәхимә Шәрипова, Фәнзилә Рәхмәтовалар актив ҡатнашты.

Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре килгән һайлаусыларҙы йылы бәлештәр, тәмле компот менән һыйланы. Йәрминкәлә шулай уҡ Зилә Шәрипова, Мөнирә Шәрипова, Зөлфиә Биксәмбәтовалар актив ҡатнашты.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 24 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0