Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Йәй байрамдары

06.06.2015, 09:01
Йәй байрамдары

1 июнь көнө Иләс мәҙәниәт йорто яны гөр килеп торҙо, сөнки балалар “1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөнә” арналған байрамға йыйылды. Байрамда балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп яны лагерына йөрөүселәр ҡатнашты.
Иң тәүҙә мәҙәниәт йорто мөдире З.С.Шәрипова ҡотлау һүҙе менән сығыш яһаны. Артабан балалар менән төрлө күңелле эстафеталар (“Сиңерткә”, “Ҡуян”, “Ҡарышлауыҡ”), ҡыҙыҡлы уйындар (“Кем өлгөр?”, ”Музыкаль таяҡ”) үткәрелде. Балалар ҡулдарына флажоктар, сәскәләр, китап тотоп флешмоб бейенеләр. Байрам аҙағында “Һәр ваҡыт булһын ҡояш” девизы аҫтында асфальтта һүрәттәр конкурсы үткәрелде.
6 июнь көнө үткәрелгән район һабантуйында ла Иләс мәҙәниәт йорто актив ҡатнашты. Яңы Ергән ауыл советы биләмәһе тирмәһе 2 урын алды.Тирмә яны күргәҙмәһенә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының милли аш-һыуы, Күсәкова Рәзифә, Туҡбаева Аҫылбикә, Рәхмәтова Миңниса, Туҡбаев Мансаф, Ҡырымғужин Фәнилдең ҡул эштәре ҡуйылды. Иләс ауылы ағинәйҙәре шиғыр, таҡмаҡ аша буҙа эшләү процессын күрһәтте. Оҫталар урамында Юлдашбаев Венерҙың талдан үрелгән әйберҙәре дипломға лайыҡ булды. Коляскалар парадында ла Иләстән Рәхмәтова Индираның коляскаһы “Коляска-карнавал”, Дилә Мәмбәтованың “Оригинальная идея” номинацияларында еңеү яуланылар. Сәхнәлә Шәүрә Күсәкова өҙә баҫып бейене.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: РДК
Просмотров: 797 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0