Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» "Гүзәл заттар -тормош биҙәге"

07.03.2018, 12:29

Эй, ҡатын-ҡыҙ!

Һүнәр ине тормош,

Һин булмаһаң, әгәр доньяла.

Иҫкерһә лә ерҙә дәүер-ғасыр,

Нәфислегең һинең өр-яңы.

Әҙәм генә түгел, ғәләм бөгөн

Уйлай кеүек һинең турыңда.

Кеше заты йәшәйеше,

Киләсәге һинең кулыңда.

  7 март клубта "Гүзәл заттар -тормош биҙәге" тип аталған байрам кисәһе ошо шиғыр юлдары менән башланып китте. Килгән ҡатын -ҡыҙҙар өс төркөмгә бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы : "Эй,аҡыллы", "Һыбайлы ҡыҙҙар", "Пантомима", "Кемуҙар", "Мин башлайым, һин дауам ит",шарҙар эсендәге наказды үтәү,"алма ашат" ,таҡмаҡтар кеүек конкурстарҙа ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙ исемдәре менән йырҙар,әсәйҙәр тураһында йырҙар йырланы.Кисә байрам сәйе һәм дискотека менән тамамланды.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 109 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0