Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» “Фольклор. Беҙ. Тәбиғәт”

14.07.2017, 14:56

 14 июль Иләс ауылында “Фольклор. Беҙ. Тәбиғәт.” район конкурсы рамкаһында үткәрелгән сираттағы этабы булып үтте. Турат тауы легендаларға бай тау. Был тауҙа ҡанатлы толпар Турат күмелгән Турат сағылы, Шаршыташ ҡаяһында Көнһылыу ултырып йырлаған таш, Әүлиәләр ҡәберҙәре, үҙәк буйлап аҡҡан Әүлиәләр шишмәһе, Ҡаҙаҡ ташы һ.б. бик күп иҫтәлекле урындар күп.

  Конкурсҡа Ағинәйҙәр “Етегән” фольклор төркөмө Розалия Солтангәрәеваның “Кешене тотҡан рухи бағана” исемле эшенә нигеҙләнеп төҙөлгән “Тау – тәңрегә яҡын урын” тип аталған йола күрһәтте. Тауҙа теләк әйтеү — айырыуса көслө сара. Тик гел изге булырға тейеш ул. Тау, һыу, ут, урман, таш янында насар теләк, һүҙ әйткән кеше “бер килеп ҡороға”, ти халыҡ. Тауға ниәт әйтеп менәләр. Тауыш-өнһөҙ, ҡысҡырышмай ғына үргә күтәрелгәс, ултырып доға уҡыла. Тауға менер алдынан тәүҙә итәгендә туҡтап тороп ниәт әйтәләр, доға уҡыйҙар. Иң изге ниәт булырға тейеш. Ағинәйҙәр тауҙа тәбиғәткә ҡот ҡайтарыу йолаһын башҡарҙы,таштар алып төшөп шишмәгә һалып теләк теләп һамаҡтар әйттеләр: — Ҡорайт, Күгем! Ҡайт, Күгем! Ҡорайт, Күгем! Ҡайт, Күгем!

1.Урмандан кил — һыйыр һөтлө булыр!

2.Уралдан кил — бейә һөтлө була!

3.Ҡибланан кил — бесән күп була!

4.Иҙелдән кил — ямғыр кәрәк була! Кил, Күгем! Кил, Күгем!

5.Балалар хаҡынан!

6.Бабалар хаҡынан!

7.Тешһеҙ заттар хаҡынан!

8.Йәтимдәр хаҡынан! Иһа-һа-һа!

Ә балалар теләктәр теләп тауҙан йомортҡа тәгәрәттеләр: “Күкәй кеүек эре булһын башаҡ!”, “Икмәк күп булһын!” һ.б. Был йолалар бик боронғо йолалар. Сценарийҙы З.Шәрипова төҙөнө. Конкурс нигеҙендә бик күп эштәр башҡарылды: ауыл тирәһен,шишмә таҙартылды.Конкурс үткәрелгән урын матур итеп биҙәлгән ине. Экскурсовод Вилә Рәхмәтова “Турат сағылыны”ң, “Көнһылыу ташы”ның тарихын һөйләне. Фәйрүзә Рәхмәтованың ҡаяташта ултырып “Таштуғай”ҙы йырлауы байрамға айырым бер йәм өҫтәне.Яңы Ергәндәр “Йәйге Нардуған-Аяу байрамы”н күрһәтте. Байрам бик матур килеп сыҡты.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 503 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0