Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова менән осрашыу

20.03.2015, 13:07
20 март көнө Иләс мәҙәниәт йортонда яҙыусы яҡташыбыҙ Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова менән осрашыу булып үтте. Халыҡ бик күп йыйылды. Иң тәүҙә китапханасы Роза Ғибәт ҡыҙы Ғәббәсова яҙыусының тормош юлы, ижады менән таныштырып үтте. Артабан Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы тамашасы һорауҙарына яуап бирҙе, үҙенең яңы китаптары тураһында һөйләне. Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы осрашыуға әсәһе менән килгәйне. Шәфиғә апай үҙенең Иләс мәктәбендә эшләгән йылдары тураһында йылы хәтирәләр һаҡлауын әйтеп үтте. Әңгәмә бик йәнле барҙы. Артабан ҡотлау һүҙе менән балалар баҡсаһы мөдире Рәхмәтова Фәнүзә Ғилман ҡыҙы, мәктәп мөдире Ҡырымғужин Илгиз Әхтәм улы, клуб мөдире Шәрипова Зилә Сабир ҡыҙы сығыш яһаны. Һәр сығыш концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Концерт Әҙәбиәт йылына арналған флешмоб менән тамаланды. Кисә аҙағында Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы менән аралашыу сәй табыны артында дауам итте. Яҙыусы осрашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алыуын, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.



Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 679 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0