Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Беҙ мәңге бурыслы һеҙҙең алда, әсәйҙәр!

26.11.2016, 08:53

25 ноябрь Иләс мәҙәниәт йортонда “Беҙ мәңге бурыслы һеҙҙең алда, әсәйҙәр!” тип аталған ҙур концерт булып үтте.

Әсәй - ерҙә иң ғәзиз, иң якын кеше, сөнки ул һине тыуҙырған,күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тибрәткән, беренсе йылмайыуыңды күреп ҡыуанған, туған телде өйрәткән, халык моңон күңелеңә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең һиңә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң? Кисә “Әсәй тураһында риүәйәт” менән башланып китте. Иң тәүҙә әсәйҙәрҙе бәләкәстәр ҡотлап, үҙҙәренең “фиалка менән бейеү” һәм “Ямғыр” бейеүҙәрен бүләк итте.

Артабан сәхнәгә мәктәп уҡыусылары сыҡты. Ҡыҙҙар “Сәскәләр”бейеүен, малайҙар “Байыҡ”ты илһамланып тапшырҙы. Тамашасылар “Сулпылар” бейеү коллективының “Шаяндар”, “Иләс ҡарт килендәре”, Нәжиә Асҡарованың “Шаян килен”, Рүзилә Шәрипованың “Бейеүсе ҡыҙ” бейеүҙәрен көслө алҡыштар менән оҙатты.

Зилә Шәрипова, Нәжиә Асҡарова, Фәүзиә Аллабирҙина башҡарған йырҙарҙа тамашасы күңеленә хуш килде. Концерт номерҙары араһында тамашасылар араһында “Иң уҡымышлы әсәй”, “Бәпәй төрөү”, “Әсәй тураһында” иң күп йыр белеүсе кеүек конкурстар үткәрелде.

Конкурста Зөлфиә Биксәмбәтова Һәм Әнисә Аллабирҙина еңеп призға лайыҡ булдылар. Концерттан һуң әсәйҙәр өсөн ритайым үткәрелде. Кисәнән барыһы ла күтәренке күңел менән таралышты.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 436 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0