Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Башҡортостаным илем

12.10.2015, 15:08
Башҡортостаным илем


10 октябрь көнө Иләс мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған байрам сараһы булып үтте. Был көндө фойела йәрминкә ойошторолдо. Йәрминкәлә Ғәббәсова Ғилминур, Аллабердина Хәсилә, Рәхмәтова Ғәлиә иң әүҙем һатыусылар тип табылды. Байрам тамашасылар залында дауам итте. Зилә Шәрипова кисәне асып тамашасыларҙы байрам менән ҡотланы, барса халыҡ аяғүрә баҫып Башҡортостандың гимнын тыңланы. Тамашаны башланғыс класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән әҙәби-музыкаль композиция дауам итте. Был матур кисә клуб хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды.
Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 597 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0