Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Илячевский СДК» Башҡортостан – гөлдәр иле

12.10.2016, 13:25

11 октябрь Иләс мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған тантаналы сара булып үтте. Сара “Башҡортостан – гөлдәр иле”тип аталған әҙәби-музыкаль композиция менән башланып китте.  

Башланғыс синыф уҡыусылары Башҡортостанға арналған шиғырҙар һөйләне,йырҙар йырланы.Тамашасылар бәләкәстәрҙең парлы бейеүен, Азалия Шәрипова һәм Мәҙинә Туҡбаеваның, Гөлдәриә Рәхмәтова һәм Сөмбөл Юлдашбаеваның бейеүҙәрен, Фәүзиә Аллабирҙина, Зилә Шәрипова һәм Нәжиә Асҡарованың йырҙарын йылы ҡабул итте. Һәр сығыш алҡыштыр менән оҙатылып барҙы.

Шулай уҡ “Башҡортостан – гөлдәр иле” тип аталған сәскәләр күргәҙмәһе залды биҙәп торҙо.Композициялар буйынса 15 төрлө сәскә үҫтергән Ғәббәсова Ғилминур апай - 1-се, “Көҙгө һағыш”композицияһы менән Шәрипова Рита -  2-се, эшләпәне сәскәләр менән биҙәгән Шәрипова Зимфира -  3-cө урын яуланы.

Шул уҡ ваҡытта фойела йәрминкә гөрләне. Сара Республика көнөнә арналған кросс менән тамамланды. Малайҙар араһында 1-се урынды Шәрипов Сәмерхан, 2-се урынды Фәтхуллин Сыңғыҙ, 3-сө урынды Аллабирҙин Фәрүәз яуланы.Ҡыҙҙар араһында Бикбова Айгизә - 1-се, Асҡарова Нәзилә - 2-се, Шәрипова Көнһылыу - 3-сө урындарҙы бүлеште.

Нәжиә Асҡарова Республика көнөнә арналған рәсем конкурсында ҡатнашҡан балаларҙы бүләкләп үтте. Конкурста һәм ярышта еңеүселәр барыһы ла грамоталар,дипломдар,приздар менән бүләкләнде.

Категория: Илячевский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 982 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0