Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» Ураҙа байрам

17.07.2015, 10:03
Ураҙа ғәйете

17 июль көнө Ғәлиәхмәт ауылында ике байрам бергә тура килде. Иҫке мәсет бинаһын яңыртҡандан һуң, мәсетте асыу һәм исем биреү тантанаһы булһа, рамаҙан айы тамамланып, ауыл халҡы Ураҙа ғәйетенә йыйылды. Был оҙаҡ көтөлгән тантанаға йөҙләп ауыл халҡы, шул иҫәптән 17 бала – саға йыйылды. Мәсеткә “Рауза мәсете” тип исем бирелде.Ошондай оло байрам, изге көндә мәсеттә аят уҡып, хәйер таратылды, һуңынан һәр кем үҙе менән алып килгән күстәнестәр менән сәй эсеп, изге теләктәрен әйтеп, ҡыуаныстары менән уртаҡлашып таралыштылар. Изге йортто ремонтлауға бөтә көсөн һалған Хөсәйенова Зимфира Рәшит ҡыҙына ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәт.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 756 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0