Главная » Файлы » Дома культуры (А-М) » Галиахметовский СДК» "Тыуған яғым - бишегем"

29.06.2017, 13:40

  Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда балалар менән "Тыуған яғым - бишегем" тип исемләнгән флешмоб - шоу ойошторолдо. Олатай - өләсәйҙәренә ситтән йәйге каникул осоронда ялға кайткан ейән - ейәнсәрҙәре, ошо ата - әсәйҙәренең тыуған ауылын үҙҙәренеке, тип, нисек һағынып, ашкынып тороуҙарын әйтеп, тәьҫораттары менән бүлештәләр. Йыл һайын төрлө ерҙәрҙән бында кайтып осрашҡан, һағынышҡан дуҫтары менән шау - гөр килеп аралашып - бер -береһе менән бер туғандай булып киткәндәр.

   Һәр береһе башкалар тураһында нимәгә һәләтле, ниндәй ҡыҙыҡһыныуҙары бар икәнен белеп, иптәштәрен дәртләндереп торалар, уларға ҡарап тороуы ҡыуаныс. Тыуған яҡ тураһында йырҙарҙы караокеға ҡушылып йырлап, флешмоб бейеп күңел асыу барыһына ла бик оҡшаны. Иң оҫта флешмоб ойоштороусы тип, Сибай ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Акилова Наҙгөл күрһәтелде. Афариндар.

Категория: Галиахметовский СДК | Добавил: RDK
Просмотров: 347 | Загрузок: 0 | Рейтинг: 0.0/0